9 декабрь, Йома

31 декабрь 2014 йыл, 12:39

2015 йылда президент гранттарының бер өлөшө әҙәби проекттарға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Рөстәм Хәмитов журналистар менән профессиональ белем биреү мәсьәләләрен, иҡтисади хәлде, халыҡ-ара ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышын, спортҡа ярҙам итеүҙе, Мәҙәниәт йылы йомғаҡтарын тикшерҙе.

Киләсәктә лә мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн гранттар һаҡланасаҡмы тигән һорауға Рөстәм Хәмитов ыңғай яуап бирҙе. Ошо маҡсатта 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.

Республикала театр коллективтарының ижади проекттарына булышлыҡ итеү өсөн миллион һумлыҡ ике грант, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә 100 меңлек 25 грант, 300 меңлек биш грант бар. 2013 йылдан театр, музыка, бейеү, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендәге иң әһәмиәтле ижади проекттарға ярҙам итеүгә 100 миллион һумлыҡ гранттар тапшырылды.

— Ошо тәжрибәне дауам итәсәкбеҙ. Әҙәбиәт йылын иҫәпкә алып, ресурстарҙың бер өлөшөн нәшриәттәргә, яҙыусыларға, китап уҡыусыларға, китапханаларҙы йыһазландырыуға ярҙам итеүгә йүнәлтәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, республикала киң күләмле мәҙәни ваҡиғалар бик аҙ.

— Ғәҙәти булмаған мәҙәни сараларҙы үткәрергә ярҙам итәсәкбеҙ. Тәү сиратта «Урал батыр» йәки башҡа риүәйәт-хикәйәттәр буйынса сағыу сәхнә әҫәре кәрәк. Ул юғары сәнғәт өлгөһө һәм башҡарыу оҫталығы булырға тейеш, — тигән теләк белдерҙе төбәк башлығы.