5 декабрь, Дүшәмбе

31 декабрь 2014 йыл, 10:31

Рөстәм Хәмитов федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 30 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Ике сәғәт дауамында журналистар республика башлығы менән аралашты. Осрашыу барышында профессиональ белем биреү мәсьәләләре, иҡтисади хәл, халыҡ-ара ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы, спортҡа ярҙам итеү, Мәҙәниәт йылы йомғаҡтары тикшерелде.

– Йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Иҡтисадтың тотороҡлоғон билдәләгән макроиҡтисад күрһәткестәре бар. Был тәү сиратта тулайым төбәк продукты. Ул уҙған йылға ҡарата 102,5-103 процент тирәһе буласаҡ. Сәнәғәт производствоһы индексы үткән йылға ҡарата 3-3,5 процентҡа күберәк. Килемдәр былтырғы күрһәткестәрҙән 6-7 процентҡа юғарыраҡ. Әле генә һалым инеү буйынса справканы ҡараным – аҡса килә. Декабргә һалым 8-8,5 миллиард тирәһе, ә йыллыҡ – яҡынса 100 миллиард һум буласаҡ. Был беҙҙең план. Беҙ уны хатта арттырып үтәнек, – тине төбәк етәксеһе, осрашыуҙы асып.

Рөстәм Хәмитов республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бөтә бурыстар ҙа үтәлә тип билдәләне. Эш хаҡы тотороҡло, яңы балалар баҡсалары төҙөлә, граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы ғәмәлгә ашырыла. Төбәк етәксеһе быйыл 5 мең урынлыҡ 27 яңы балалар баҡсаһы асылды тип хәбәр итте.

Граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан Президенты 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем исемлеккә индерелгән 30 меңдән ашыу кеше 2017 йылға ҡәҙәр яңы фатирҙарға күсергә тейеш тип билдәләне.

Осрашыу һуңында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Башҡортостан Президентынан киләһе йылда төбәктәге иҡтисади хәл хаҡында һораны.

– Киләһе йылда барыһы ла яҡшы буласаҡ тип әйтә алам. Әммә ҡайһы мәлдә түҙергә лә тура киләсәк, – тип яуап бирҙе Рөстәм Хәмитов. – Тормошобоҙ лайыҡлы буласаҡ. Беҙ яҡшыға өмөт итәбеҙ. Ә ҡаҙаныштарыбыҙ берҙәм эшебеҙгә бәйле.