3 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2014 йыл, 18:18

Альфред Фәйзуллин: «Башҡортостандағы тәүге энергия һөҙөмтәле йорт юғары экологик стандарттарға тап килә»

видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр иткәнсә, юғары экологик стандарттарҙың талабын иҫәпкә алып төҙөлгән һәм ENES-2014 Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яулаған республикалағы беренсе энергия һөҙөмтәле йорт эксперттар тарафынан хуплау тапты һәм башҡа төбәктәрҙә ғәмәлгә ашырырға тәҡдим ителде.

Агентлыҡ хәбәрсеһе менән әңгәмә барышында үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырған Өфө эшҡыуары Альфред Фәйзуллин йортто энергия һаҡлау технологиялары буйынса төҙөүҙәре хаҡында һөйләне.

«Был ҡыҙыҡлы, заманса һәм бик ваҡытлы проект. Иртәгәһе көн технологияларын индерергә һәм кешеләргә тәҡдим итергә кәрәк», — тине Рөстәм Хәмитов, йыл башында өйҙә ҡулланылған энергия һаҡлау технологиялары менән танышҡандан һуң.

Төбәк башлығы ҡыҙыҡһыныу белдергән ведомство етәкселәренә энергияны аҙ файҙаланған йорттар төҙөү, шулай уҡ күп ҡатлы һәм индустриаль төҙөлөш тәжрибәһен таратыу менән шөғөлләнергә ҡушты.

2014 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы ҡарары менән республика биләмәһенә «Йәшел стандарттар» күсемһеҙ милек объекттарын ирекле сертификациялау системаһын индереү буйынса саралар планы раҫланды.