Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

30 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй ФедерацияҺы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың 49 алдынғы сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, транспорт, социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалығы, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары менән бүләкләнде.

Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, республика башлығы уларҙың һәммәһе лә үҙҙәренең хеҙмәте менән ошо наградаларға лайыҡ булды тип билдәләне.

— Заманалар еңел түгел. Бөгөнгө көндә берҙәмлек, илебеҙ мәнфәғәте өсөн бергә эшләргә кәрәк. Барыһы ла быны аңлап етмәй, әммә кем аңлай, шулар намыҫлы хеҙмәт итә. Һис шикһеҙ, һеҙ шулар иҫәбендә. Һеҙ төрлө тармаҡтарҙа эшләйһегеҙ, башҡаларға өлгө булып тораһығыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Бүләкләнеүселәрҙең исемлеге менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть