Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

2015 йылда Башҡортостан халҡы һанлы каналдарҙы бушлай ҡарай аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

2015 йылда Башҡортостанда заманса стандартлы һәм абонент түләүе алынмаған һанлы телевидение күрһәтә башлай. Был хаҡта республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.

Һанлы телевидение һүрәттең һәм тауыштың сифатын яҡшыртырға, халыҡ ҡуллана алырлыҡ телеканалдар һанын арттырырға мөмкинлек бирә.

Тәүге этапта төбәктә йәшәүселәр беренсе мультиплекстың 10, артабан икенсе мультиплекстың шунса уҡ каналын ҡабул итәсәк.

Башҡортостан халҡының 95 проценты һанлы каналдарҙы бушлай ҡарай аласаҡ тип планлаштырыла.

Беренсе телевизион башнялар Белорет һәм Бөрө ҡалаларында, Туймазы һәм Ауырғазы райондарының Төпкилде һәм Талбазы ауылдарында төҙөлгән дә инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть