Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Владимир Путин Һалым кодексына үҙгәрештәр индерҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Һалым кодексына бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерелде. Рәсәй Президенты шуға ярашлы Федераль законға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр kremlin.ru сайтынан.

Документ бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Атап әйткәндә, Рәсәй төбәктәренә тәүге тапҡыр шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған йәки патентлы системаһына күскән һалым түләүселәр өсөн күрһәтелгән махсус режимды файҙаланғанда түләгән һалымдар буйынса 0 процент күләмендә ставкалар билдәләү хоҡуғы бирелә.

Һалым түләүселәр 0 процент күләмендәге ставкаларҙы ике һалым осоронда ҡуллана ала.

РФ субъекттары льготалы һалым ставкаларын файҙаланыуға, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙың сикке килем күләме һәм хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса һаны рәүешендә сикләүҙәр индерергә хоҡуҡлы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть