3 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2014 йыл, 14:57

Өфөлә Энергия һатыу компанияһы участкалары байрам көндәрендә лә эшләйәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә Башҡортостан Энергия һатыу компанияһының ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү буйынса участкалары Яңы йыл байрамдары ваҡытында ла граждандарҙы ҡабул итәсәк, тип хәбәр иттеләр компанияның матбуғат хеҙмәтенән.

31 декабрҙә участкаларҙың эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡарасаҡ. 1, 2, 3, 4 ғинуарҙа һәм Раштыуа байрамы билдәләнгән 7 ғинуар ял көндәре булып тора. 5, 6, 8 һәм 9 ғинуарҙа участкалар сәғәт 10-дан 3-кә тиклем эшләйәсәк.

Раштыуа байрамы алдынан, 2015 йылдың 6 ғинуарында, участкаларҙың эше бер сәғәткә ҡыҫҡарасаҡ.

Яңы йыл байрамдарында республиканың башҡа ҡала һәм райондарындағы участкаларҙың, Ҡулланыусылар менән эшләү буйынса штабтың һәм  «Виртуаль ҡабул итеү бүлмәһе»нең эшмәкәрлеге туҡтатыласаҡ. Шәхси кабинет аша ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү һәм мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү дауам итәсәк, яуаптар 12 ғинуарҙан һуң биреләсәк. Башҡортостандың Энергия һатыу компанияһы килеп сыҡҡан уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, байрам көндәрендә ҡулланыусылар bashesk.ru хеҙмәттәре менән файҙалана ала.