11 декабрь, Йәкшәмбе

30 декабрь 2014 йыл, 14:28

Рөстәм Хәмитов социаль партнерлыҡ сиктәрендә уҙғарылған конкурс еңеүселәрен бүләкләне

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылда социаль партнерлыҡ сиктәрендә уҙғарылған «Рәсәйҙең юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы» һәм «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй конкурстарының төбәк этабында, шулай уҡ «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» республика конкурсында еңеүселәргә һәм призерҙарға дипломдар һәм почет грамоталары тапшырҙы.

— Мин һеҙгә эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Тап хеҙмәт кешеләре, квалификациялы белгестәр республиканың үҫешен, киләсәген һәм бөгөнгөһөн билдәләй. Властың бурысы — уларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, йәмғиәттә хеҙмәтсәндәргә хөрмәт тәрбиәләү, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итеү, — тине республика башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, бында һөнәри оҫталыҡ конкурстары һәм производствола алдынғыларға ярҙам ҙур роль уйнай.

Рөстәм Хәмитов «Рәсәйҙең юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы» конкурсының әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Ошо конкурста еңеү намыҫлы эшләгән предприятиеларға ышаныс күрһәтеү тураһында һөйләй. Уларҙың эш хаҡы буйынса хеҙмәткәрҙәргә бурысы юҡ, хеҙмәт хоҡуҡтары үтәлә. Һалымдар тулы күләмдә күсерелә, яңы эш урындары булдырыла. Эшсәндәрҙең хеҙмәтен һәм һаулығын һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә, — тине төбәк етәксеһе.

Иҡтисадта ҡатын-ҡыҙҙарҙың 47 проценты . Уларҙың күбеһе йорт хужалығын алып барыу һәм балалар тәрбиәләү менән бер рәттән производствола йәки башҡа тармаҡтарҙа эшләй. Ошо шартттарҙа «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» конкурсының әһәмиәте арта.