6 декабрь, Шишәмбе

30 декабрь 2014 йыл, 13:44

«Китап» нәшриәтендә Гөлли Мөбәрәкованың тормошо һәм ижады хаҡында китап-альбом баҫылып сыҡты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Китап» нәшриәтендә күренекле башҡорт актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Гөлли Мөбәрәковаға арналған «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» тигән китап-альбом донъя күрҙе.

Актриса күп йылдар сығыш яһаған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына 95 йыл тулыу айҡанлы баҫылып сыҡҡан китапта уның тормошоноң һәм ижадының сағыу биттәре, замандаштарының, театр тәнҡитселәренең һәм тамашасыларҙың баһаламалары һәм хәтирәләре урын алған.

Китап-альбомды нәшриәт магазиндарында һатып алырға мөмкин.

темалар: китап сығарыу