11 декабрь, Йәкшәмбе

30 декабрь 2014 йыл, 13:01

Рөстәм Хәмитов: «Опера һәм балет театрын асыу Мәҙәниәт йылын йомғаҡлау сараһы булды»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҙур залы асылыу айҡанлы ойошторолған Гала-концертты ҡараны.

Бинаны капиталь ремонтлау 2013 йылдың майында башланды. Уға сифатлы яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары, театрҙың интерьерын үҙгәртеү, инженер коммуникацияларын алмаштырыу (йылытыу, елләтеү, һыу менән тәьмин итеү, канализация, электр селтәре), янғын һүндереү системаһын монтажлау инде. Капиталь ремонт эштәрен башҡарыуға 848,7 миллион һум йүнәлтелгән.

Республика башлығы йөҙ йыл элек асылған театр бер нисә тапҡыр реконструкцияланды, әммә барыһы ла уңышлы килеп сыҡманы тип билдәләне.

Башҡортостан Президенты Мәҙәниәт йылына йомғаҡ яһаны һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, шулай уҡ артистарға һәм театр хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

–  Опера һәм балет театры –  мәңге һаҡлана торған классика, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.