6 декабрь, Шишәмбе

30 декабрь 2014 йыл, 12:11

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк телеканалдарын яҡлаясаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Халыҡ фронты — Рәсәй өсөн» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте 2015 йылдың 1 ғинуарынан реклама өсөн килем алмаясаҡ кабелле телеканалдарҙы яҡлап сығыш яһай. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше Александр Бречалов ярҙам күрһәтеү тураһында үтенес менән Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт иткән.

— Ҡағиҙә булараҡ, кабелле телеканалдар — муниципаль һәм төбәк кимәлендәге бойондороҡһоҙ киң мәғлүмәт саралары, — тип билдәләне ул. — Илдең күп төбәктәренән тап ошо телекоммуникация өлкәһе вәкилдәре Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына мөрәжәғәт иткән.

Александр Бречалов иҫәпләүенсә, закон үҙ көсөнә инһә, 1,7 меңгә яҡын кеше эштән китергә мәжбүр буласаҡ. Күп кенә субъекттарҙа ошо телеканалдар төбәк һәм муниципаль хәбәрҙәр буйынса халыҡҡа төп мәғлүмәт биреү сараһы булып тора.

Бынан тыш, Александр Бречаловтың фекеренсә, был федераль телеканалдарҙа реклама бирергә мөмкинлеге булмаған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ла кире йоғонто яһай.

Әлеге мәсьәлә Өфөлә «Төбәктәге телерадиотапшырыу хеҙмәтенең проблемалары» түңәрәк өҫтәлендә ҡаралды. Уны Журналистарға хоҡуҡи ярҙам үҙәге ойошторҙо. Телевидение хеҙмәткәрҙәре закон ҡабул ителгәндән һуң төбәк телеканалдары берҙән-бер килем сығанағы — рекламанан мәхрүм ҡаласаҡ, ә абоненттарҙан килгән табышты операторҙар үҙҙәренә ала тип зарланды.

Түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса хәлде контролгә алырға, һәм Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Медиафорумдың һөҙөмтәләре буйынса башҡа төбәктәрҙәге хәлде өйрәнергә ҡарар ителде. Һуңынан РФ Дәүләт Думаһына һәм Хөкүмәтенә тәҡдим менән сығырға, тапшырыусылар һәм кабелле операторҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен яйға һалырға кәрәк.