6 декабрь, Шишәмбе

30 декабрь 2014 йыл, 10:30

Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Дәүләт башлығы республика етәксеһе менән төбәктәге социаль-иҡтисади хәлде тикшерҙе.

Рөстәм Хәмитов республикала йылды нисек тамамлауҙары хаҡында һөйләне. Башҡортостан эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре буйынса ла, сәнәғәт производствоһында ла, социаль мәсьәләләрҙә лә һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә.

Башҡортостан Президенты төп капиталға инвестициялар айырыуса шатландыра тип билдәләне. Улар 104-105 процент тәшкил итә.

— Ауыл хужалығында ла эштәр насар түгел. Һөт буйынса күрһәткестәр яҡшы. Беҙ яҡынса бер миллион 850 мең тонна һөт етештерәбеҙ. Был Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Ҙур объекттар, фермалар, комплекстар төҙөйбөҙ. Бөтәһе 60 миллиард һумлыҡ 11 эре инвестиция проекттары, — тип һөйләне республика башлығы.

Владимир Путин бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең, уҡытыусыларҙың килеме менән ҡыҙыҡһынды.

Рөстәм Хәмитов бөтә ошо күрһәткестәр май указдары буйынса үтәлә тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Һис шикһеҙ, беҙ уларҙы үтәйәсәкбеҙ, һәм бөтә категория хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы әлеге күрһәткестәргә ярашлы буласаҡ. Беҙҙә аҡса планлаштырылған, оптималләштереү тыныс  бара, — тине Рөстәм Хәмитов. — Демография, мәғариф. Һандар шатландыра: быйыл 60 меңгә яҡын бала тыуасаҡ, тәбиғи үҫеш 6,5 мең кеше тәшкил итәсәк. Өҫтәүенә, тиҙ темптар менән балалар баҡсалары төҙөйбөҙ һәм киләһе йылда программаны тамамлаясаҡбыҙ.

Башҡортостан Президенты «быйыл төбәк Ҡырымдың шефлыҡҡа алынған районында яҡшы эшләне тип билдәләне. Республика халҡы 200 миллион һумдан ашыу йыйҙы. Ошо аҡсаға 38 объектты: ҡыйыҡтарҙы, юлдарҙы, һыу үткәргестәрҙе, балалар баҡсаларын һәм башҡаларҙы ремонтланыҡ. Хатта аграрийҙарыбыҙ Ҡырымға 15 комбайн килтереп, шефлыҡҡа алынған районда уңыш йыйып алды».