9 декабрь, Йома

29 декабрь 2014 йыл, 18:21

Рөстәм Хәмитов: «Һәр ветеран һәйбәт шарттарҙа йәшәргә тейеш»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2012 йылдан алып Башҡортостанға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн федераль бюджеттан 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. «Ветеран Башкортостана» гәзитенә биргән интервьюһында республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта белдерҙе.

— Быйыл республикабыҙ 746,1 миллион һум күләмендә субвенция алды. Шул рәүешле беҙ 639 ветерандың торлаҡ мәсьәләһен хәл иттек. Әммә эштәр күп әле, — тине Башҡортостан Президенты.

Уның һүҙҙәре буйынса, хәҙерге көндә  800-гә яҡын кеше сиратта тора. Киләһе йылда Башҡортостанға бүленәсәк аҡсаларға 1300 ветеранға торлаҡ сертификаты тапшырыласаҡ. Сиратты тулыһынса бөтөрөү өсөн өҫтәмә финанслауҙы һорап Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт әҙерләнгән дә инде.

— Бурысыбыҙ ябай — һәр ветеран һәйбәт шарттарҙа йәшәргә тейеш. Тап ветеран, башҡа кешеләр түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Интервьның тулы тексын «Детально» рубрикаһында уҡығыҙ.