4 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2014 йыл, 17:28

Рөстәм Хәмитов Ишембайҙың крайҙы өйрәнеү музейына ярҙам итергә ҡушты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашты, уны ойоштороусы — «Республика Башкортостан» гәзите редакцияһы. Конкурста гәзиттә баҫылған мәҡәлә геройҙары – төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре, әүҙем тормош позицияһы булған, коллектив, республика һәм илдең үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр ҡатнашты.

Редакция һәм гәзит уҡыусылар Ишембай крайҙы өйрәнеү музейы директоры, БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ишембайҙың почетлы гражданины Владимир Игнатьевты «Музей эшенә тоғролоғо өсөн» номинацияһында билдәләне. Владимир Леонтьевич ике музей ойошторған. Тәүгеһе А.Достовалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусында булдырылған.

Икенсеһе — Ишембайҙа крайҙы өйрәнеү музейы. Бер зал ҡала предприятиелары тарихына, икенсеһе мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары үҫешенә арналған. Бында Балалар ижады һарайы эргәһендәге авиамоделдәр түңәрәгенең 60 йыллыҡ эшмәкәрлеге тураһында, «Нефтсе» шашка клубы бүлеге, Ишембай художество мәктәбенә нигеҙ һалыусы И.М.Павловтан башлап урындағы рәссамдарҙың картиналары өсөн тәғәйенләнгән залдар бар.

— Музейҙар тәрбиә эшендә ҙур роль уйнай. Мин 40 йылға яҡын музей етәксеһе булып эшләйем, 25 йыл элек ҡала музейын ойоштороу буйынса эш башланым. Крайҙы өйрәнеү музейында проблемалар етәрлек. Музей бер йыл ғына эшләне, һуңынан Үҙәк китапханалар системаһына ҡуштылар. Мин әле һаман уны айырым юридик шәхес булып китеүенә ирешә алмайым. Штатта өс кенә кеше, республиканың бер музейында ла бындай күренеш юҡ! — тине Владимир Игнатьев.

Мәҙәниәт йылында директор проблемаларҙың хәл ителеүенә өмөтләнгән. Уның һүҙҙәренсә, музей хеҙмәткәрҙәренә ойошмалар буйлап йөрөргә, иҫәптән сығарылған йыһаздарҙы йыйырға, уны йүнәтергә тура килә.

— Һис шикһеҙ, ярҙам күрһәтмәгән ҡала властары  һәм  ултырғыстарҙы сүплектән тиерлек йыйыуығыҙ өсөн оят. Ҡала ла, район да яҡшы ғына, ә музейҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел. Беҙ ярҙам итергә тырышырбыҙ, — тине Президент.