6 декабрь, Шишәмбе

29 декабрь 2014 йыл, 13:32

Башҡортостан Президенты Шаран районында һарыҡ үрсетеү буйынса ферма булдырыу идеяһын хупланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашыуҙа Шаран районынан яңы эш башлаған фермер Наил Рәжәповҡа төбәктә һарыҡсылыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларында ҡатнашырға кәңәш бирҙе.

— Республикала һарыҡсылыҡты үҫтереү буйынса программа бар. Был йүнәлештә Ейәнсура районы ярайһы эш алып бара. Улар 10-12 миллион һум тирәһе алды. Тағы ла ғариза бирегеҙ, документтарҙы дөрөҫ тултырығыҙ. Мин ярҙам булыр тип уйлайым, — тине Рөстәм Хәмитов.

Наил Рәжәпов «Республика Башкортостан» гәзите ойошторған «Йыл кешеһе» конкурсы лауреаты булды. Ул ташландыҡ малсылыҡ комплексы биләмәһендә тәбиғәт паркын булдырған.

— Был Яңы Йомаш ауылынан алыҫ түгел 12 мең башҡа иҫәпләнгән сусҡасылыҡ комплексы ине. Ферма емерелгәс, мин уны һатып алдым. Бөгөнгө көнгә биләмәлә быуа быуылған, унда карптар, толстолибиктар бар. Бында төрлө төбәктәрҙән ял итергә киләләр, палаткаларҙан лагерь ойошторалар. Киләсәктә коттедждар төҙөргә ниәтләйбеҙ, — тип һөйләне Наил Рәжәпов.

Парк зонаһы менән бер рәттән малсылыҡ комплексы биләмәһендә һарыҡтарҙы үрсетеү буйынса ферма булдырыла.

— Беҙ романов тоҡомло 100 баш һарыҡ килтерҙек. Тағы ла 200 баш алырға теләйбеҙ, әлегә аҡса етмәй, — тип билдәләне «Йыл кешеһе» конкурсы лауреаты.