Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Николай Красников — Рәсәй чемпионаты лидеры

Спорт

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/.

Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге егете Николай Красников — боҙҙа мотоуҙышыу буйынса Рәсәйҙең 55-се шәхси беренселеге финалында лидер. Икенсе финал этабында ул мөмкин булған 15 мәрәйҙән 15 мәрәй йыйҙы. Беренсе этап еңеүсеһе Игорь Кононов (Тольятти) йәнә Красниковтан еңелде. Шулай итеп, хәҙер инде Красников Кононовтан ике мәрәйгә алда бара. Беренсе этапта иһә киреһенсә ине.

Красниковтан тыш, Башҡортостан вәкилдәре араһында Егор Мышковец (Өфө) һәм Сергей Карачинцев (Стәрлетамаҡ) айырылып торҙо.

Шулай итеп, чемпионатта әлегә Красников менән Кононов лидерҙар рәтендә. Өсөнсө урында дүрт мәрәйгә ҡалышып, Иванов килә. Артабан – алты спортсы, беренсеһе менән һуңғыһы араһындағы айырма шулай уҡ дүрт мәрәй. Өфөләге финалға тиклем әле ике аҙна ваҡыт бар. Оҙайлы ялдар мәлендә ҡатнашыусыларҙың әҙерлеге, сәләмәтлек торошо һәм техниканың торошо, әлбиттә, үҙгәрешһеҙ ҡалмаясаҡ. Шуға күрә чемпионат нисек тамамланасағын бер кем дә әйтә алмай.  

Рәсәй чемпионатының икенсе этабы йомғаҡтары.

Финал 2 Өфөлә 2015 йылдың 10-11 ғинуарында «Төҙөүсе» стадионында уҙа.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть