4 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2014 йыл, 11:53

Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 26 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылда «Республика Башкортостан» гәзите редакцияһы ойошторған «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашты.

Конкурста гәзиттә баҫылған мәҡәлә геройҙары – төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре, әүҙем тормош позицияһы булған, коллектив, республика һәм илдең үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр ҡатнашты. Бәйгегә йомғаҡ яһағанда журналистар менән бергә гәзит уҡыусылар ҙа ҡатнашты.

– Һеҙ үҙ хеҙмәтегеҙ менән «Йыл кешеһе» исеменә лайыҡ булдығыҙ. Төрлө тармаҡтарҙа эшләйһегеҙ, мөһим эштәр башҡараһығыҙ. Мин һеҙҙең хаҡта беләм, сөнки «Республика Башкортостан» гәзитен даими уҡып барам. Уңыштарығыҙ илһамландыра тип әйтә алам. Һеҙгә эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты һуңғы 10-15 йыл эсендә илебеҙ ҡайһы бер тармаҡтар буйынса үҙ аллы үҫеш йүнәлештәрен юғалтты, конкурент һәләтле продукция сығарыуҙы туҡтатты тип билдәләне.

Уның һүҙҙәренсә, ваҡыт ҡуйған бурыстарҙы импортты алмаштырыу менән генә хәл итеп булмаясаҡ. Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә һорау булған конкурент һәләтле продукция етештерергә кәрәк.

– Ҡайһы берҙә финанс ресурстарын аҙлап тотонорға тура килер. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә тәртип ҡаҡшаны. Кешеләр ҙур аҡсаға, эш хаҡының даими артыуына өйрәнгән. Шуның менән бергә хеҙмәт етештереүсәнлеге күтәрелмәй йәки яй арта. Чиновниктар, бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һаны, власть структураларының бөтә дәүләт эшмәкәрлеген ҡаплауға сығымдарҙы кәметеүҙе дауам итеү буйынса ла оптималләштереү үткәрәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.

Республиканың сәнәғәт потенциалы хаҡында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов предприятиелар араһындағы бәйләнеште тергеҙергә, яңы иҡтисади кластерҙар булдырырға саҡырҙы.

Башҡортостан Президенты йәмғиәттте бергә туплау ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итәсәк тип ышана.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге Башҡортостан Президентының рәсми сайтында бирелгән.