11 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2014 йыл, 9:26

Рөстәм Хәмитов: «Кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлағанда ғына алға китеш буласаҡ»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 26 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй «Халыҡ фронты – Рәсәй өсөн» йәмәғәт хәрәкәте төбәк штабының рәйестәштәре Эльвира Айытҡолова һәм Азат Фазлыев, шулай уҡ төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин менән осрашты. Осрашыу барышында штабтың 2014 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эште яҡшыртыу, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу, йәмғиәт һәм властың үҙ-ара килешеп эш итеүе буйынса тәҡдимдәре тикшерелде.

– «Халыҡ фронты – Рәсәй өсөн» хәрәкәте республиканың, илдең ижтимағи тормошонда әһәмиәтле роль уйнай. Властың һәм ижтимағи хәрәкәттең маҡсаттары бер. Беҙ бер йүнәлештә барабыҙ  һәм эшләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығы нығынған ижтимағи мөнәсәбәттәр арҡаһында ҡарарҙар ҡабул итеү, власть менән килешеп эшләү мәсьәләләрендә ябай кешеләрҙең фекере иҫәпкә алынмай тип билдәләне.

– Власть эшен яҡшыртырға тырышыуыбыҙға ҡарамаҫтан, әле һаман власть структураларының халыҡҡа ҡарата һауалы мөнәсәбәте дауам итә. Һис шикһеҙ, был хәл үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Муниципалитеттар, ҡала округтары, республиканың власть органдары ҡарарҙар ҡабул иткәндә халыҡҡа таянырға тейеш. Кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлағанда ғына алға китеш буласаҡ. Һәр етәксе быны аңлаһын ине.

Рөстәм Хәмитов муниципалитеттар бөтә йүнәлештәрҙә лә элеккесә эшләргә тырыша тип билдәләне. Шуға күрә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының  республика властары менән берлектәге бурысы – килеп тыуған хәлде үҙгәртеү.

– Йыш ҡына пиарҙың эштең ысынбарлыҡтағы йөкмәткеһенән өҫтөн булыуын күрәбеҙ. Бындай миҫалдар бик күп. Башҡарылмаған эштәр өсөн аҡланыуҙар ғәҙәтигә әүерелде. Әлбиттә, етәкселәрҙең күбеһе намыҫлы эшләй. Әммә власҡа килеп, мин барыһына ла өлгәштем тип, эшен ташлаусылар ҙа етерлек,  – тине Башҡортостан Президенты. – 2015 йыл ҡатмарлы буласаҡ, ул бөтә кимәлдәге власть структураларының, йәмғиәтебеҙҙең әҙерлеген талап итәсәк. Был эштә «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты» әһәмиәтле урындарҙың береһен биләргә тейеш.