4 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2014 йыл, 22:33

Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Виталий Маркелов менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 26 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Виталий Маркелов менән осрашыу үткәрҙе. Яҡтар артабанғы хеҙмәттәшлек юлдарын, шул иҫәптән газ һурҙырыу агрегаттары өсөн двигателдәр эшләү буйынса берлектәге предприятиелар булдырыу, Өфө дәүләт нефть техник университетын «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең терәк вуздары иҫәбенә индереү, шулай уҡ 2016 йылда Өфөлә компания хеҙмәткәрҙәренең Ҡышҡы спартакиадаһын уҙғарыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Виталий Маркелов бөгөн республика предприятиеларының сәнәғәт потенциалы менән танышыуы хаҡында һөйләне.

– Беҙ импортты алмаштырыуҙы тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу күҙлегенән илдә машиналар төҙөүҙе артабан үҫтереү эшен ҡараныҡ, – тине компания идараһы рәйесе урынбаҫары. – «Газпром»да импорт ҡорамалдары аҙ файҙаланыла, әммә улар бар. Был дөйөм комплекстар составына ингән махсус ҡорамалдар, программа тәьминәте, ҡайһы бер элементтар менән бәйле. Шуға күрә беҙҙең бурысыбыҙ – уны тиҙ арала тулыһынса сикләүгә өлгәшеү.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы килешеү сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһы ойошмаларының юғары технологик, шул иҫәптән импортты алмаштырыусы продукцияларын файҙаланыуҙы киңәйтеү» проектының «юл картаһы» раҫланды. Ул компания объекттарында файҙаланылған илебеҙҙең эффектив технологияларын, ҡорамалдарын, системаларын һәм материалдарын, программа продукттарының өлөшөн үҫтереү буйынса аныҡ аҙымдарҙы күҙаллай. Проектты ғәмәлгә ашырыу республикала юғары технологик продукциялар сығарыусы ойошмаларҙың етештереү, шулай уҡ «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн продукттар һәм хеҙмәттәрҙең күләмен арттырыуға, ғилми-техник һәм сәнәғәт потенциалының үҫешенә, инновацион импортты алмаштырыусы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға йоғонто яһаясаҡ.  

Рөстәм Хәмитов республиканың АЛ-31СТ двигателе базаһында газ һурҙырыу агрегаттары приводтарын эшләү буйынса проектты ғәмәлгә ашырыу менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Бөгөнгө көндә газ һурҙырыу агрегаттары өсөн АЛ-31СТ двигателдәрен йыйыу, һынап ҡарау, ремонтлау һәм сервис хеҙмәтләндереүе буйынса «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» (УМПО), «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һәм Башҡортостан Республикаһының берлектәге предприятиеһын булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Быға тиклем «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ошо двигателдәрҙе сериялы сығарыу үҙләштерелгән булған. Хәҙер иһә хәрби авиация өсөн двигателдәр эшләүгә заказдар күләменең артыуына бәйле был профилле йүнәлештәрҙән һаналмай.