11 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2014 йыл, 16:59

Бөтә граждандар ҙа юғары сифатлы аҙыҡ-түлек тауарҙарын алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш — Дәүләт Думаһы депутаты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Халыҡ контроле» проектына йомғаҡ яһаны. Проекттың киләһе йылға төп бурыстарының береһе — бөтә граждандарҙы ла юғары сифатлы аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин итеү. Был хаҡта Дәүләт Депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов хәбәр итте.

Бөгөнгө көндә «Халыҡ контроле»нең эшмәкәрлеге федераль  һәм төбәк йүнәлештәре буйынса алып барыла: «Тауарҙарға өҫтәлгән хаҡ», «Продукцияның сифаты», «Рәсәй етештереүсеһе», «Власть. Селтәрҙәр. Эшҡыуарлыҡ. Халыҡ», «Алкоголгә һәм тәмәкегә ҡаршы», «Торлаҡ-коммуналь хужалығы» һәм «Законһыҙ ташыусылар».

«Халыҡ контроле»нә һәм республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәттәрҙең күбеһе аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуына бәйле.

Йыл йомғаҡтары буйынса, Ҡалтасы, Туймазы, Әлшәй, Борай, Балаҡатай һәм Хәйбулла райондарының урындағы бүлексәләре проектта әүҙем ҡатнашҡан.