4 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2014 йыл, 15:52

Милли Йәштәр театрында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған балалар рәсемдәре конкурсы башланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мостай кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған балалар рәсемдәре конкурсын иғлан итте.

Унда өс йәштән 15 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала. Конкурс 2015 йылдың 1 майына ҡәҙәр дауам итәсәк. Иң ҡыҙыҡлы эштәрҙән театр фойеһында күргәҙмә ойоштороласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.

— Төрлө сюжеттар булырға мөмкин, әммә тәү сиратта Йәштәр театрының һуғыш темаһын сағылдырған спектаклдәренә иллюстрацияларҙы күрге килә, — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.  

Рәсемдәрҙе театр кассаһына килтерергә йәки түбәндәге адрес буйынса почта аша ебәрергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 62, «М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры», «Һүрәттәр конкурсы».