Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

2015 йылда әсәлек капиталы күләме 453 мең һумдан ашыу тәшкил итәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

2015 йылда әсәлек капиталы 453 мең 26 һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фонды идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса бүлек идарасыһы Фоат Хантимеров.

Сертификатты алыу өсөн 2016 йылдың 31 декабренә тиклем бала тыуырға йәки уллыҡҡа алынырға тейеш. Шуның менән бергә сертификатты алыу һәм уның менән файҙаланыу ваҡыты сикләнмәгән.

Башҡортостанда әсәлек капиталын файҙаланып 130 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Уларҙан 91,5  ғаилә әсәлек капиталы менән 33 миллиард һумға торлаҡ кредиттарын өлөшләтә йәки тулыһынса ҡаплаған. Тағы ла 38,5 ғаилә кредит алмайынса, торлаҡ һатып алыуға, төҙөүгә йәки реконструкциялауға 8,4 миллиард һум күләмендә әсәлек капиталы сараларын йүнәлтеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Дөйөм сумма — 11 миллиард һумдан ашыу.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙан тыш, әсәлек капиталы саралары балаларға белем биреүгә йәки мәғариф учреждениеларында балаларҙы ҡарауға һәм әсәнең — сертификат хужаһының буласаҡ пенсияһын арттырыуға йүнәлтелгән. Район һәм ҡалаларҙағы Пенсия фонды идаралыҡтарына 164 миллион һум суммаға балаларын уҡытыуға 3,5 мең, 7,4 миллион һумға аҡсаларын буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсерергә теләүселәрҙән 112 ғариза ҡабул ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть