7 декабрь, Шаршамбы

26 декабрь 2014 йыл, 14:13

«Һарайлы» башҡорт-тарихи мәҙәни үҙәге «Ҡышҡы Нардуған» байрамын үткәрҙе

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Благовар районының Һарайлы ауылында «Ҡышҡы Нардуған» байрамы уҙҙы. Уны Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы — Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт-тарихи мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

«Ҡышҡы Нардуған» —  башҡорттарҙың боронғо йола байрамы, элек-электән иң һалҡын көндәргә тура килә. Ул ҡышҡы ҡояш торошо үткәс башлана.

Сара барышында «Һарайлы» башҡорт-тарихи мәҙәни үҙәге мөдире Менәүәрә Насирова балаларға байрамдың килеп сығыу тарихын һөйләне һәм ҡышҡы күренештәр хаҡында әңгәмә үткәрҙе. Шулай уҡ төрлө уйындар ҙа ойошторолдо. Әүҙем ҡатнашыусылар ҡыш тураһында шиғырҙар һөйләне. Байрам һуңында Селлә бабай ҡунаҡтарға бүләктәр тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр БР Халыҡтар дуҫлығы йортонан.