Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Китап» нәшриәтенең интернет-магазины яңы электрон китаптар менән тулыланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Китап» нәшриәтендә, традицион баҫмаларҙан тыш, китаптарҙың күбеһе электрон төрҙә сығарыла. Донъя күргән китаптар ҙа яйлап электрон вариантҡа күсерелә. Фәнни-популяр, уҡыу-педагогик, балалар әҙәбиәте һәм фотоальбомдар — бөтәһе 150-нән ашыу электрон китап сығарылған.

— Хаҡын түләгәс, уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған китапты pdf һәм djv форматында күсереп алыу мөмкинлегенә эйә. Быйыл 11 автор китаптарын тик электрон вариантта ғына сығарҙы. Байрам алдынан интернет-магазиныбыҙ яңы китаптар менән тулыланды, — тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» киҫкен сюжетлы сәйәси-фәлсәфәүи романы «үҙгәртеп ҡороу» дәүеренең әҙәби һәйкәленә әүерелде. 1993 йылда ошо романы өсөн автор Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Китап уҡыусыларға республикала билдәле яҙыусы, журналист, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Ризван Хажиевтың «Азатлыҡ хаҡы» тип аталған яңы китабы тәҡдим ителгән. Донъя күргән китаптар араһында фәнни баҫмалар ҙа бар.

Электрон китаптар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт нәшриәттең рәсми сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть