8 декабрь, Кесе йома

26 декабрь 2014 йыл, 11:19

2015 йылда Өфөнән Ҡытайға, Төркиәгә һәм Чехияға яңы даими рейстар асыла

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылда Росавиация «Өфө» аэропортынан яңы даими рейстар башҡарасаҡ. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Ямал» авиакомпанияһының Боинг 737-500, 737-400 самолеттары, А320 һәм А321 һәм CRJ-200 Аэробустары аҙнаһына өс тапҡыр Ҡытайҙың Урумчи ҡалаһына рейстар башҡарасаҡ.

«Төньяҡ еле» компанияһының  737, 757, 767, 777 Боингтары, А321 һәм А320 Аэробустары аҙнаһына өс тапҡыр Төркиәнең Даламан ҡалаһына осасаҡ.

«Урал авиалиниялары» компанияһы аҙнаһына ике тапҡыр Прагаға осасаҡ. Рейстар А319, A320, A321 Аэробустарында башҡарыласаҡ.