10 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2014 йыл, 10:47

Рөстәм Хәмитов: «Стратегик планлаштырыу мәсьәләләрен йәмәғәтселек ҡатнашлығында тикшерәсәкбеҙ»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән республика Хөкүмәте ултырышында бер нисә иҡтисади мәсьәлә ҡаралды. Сара барышында «Башҡортостан Республикаһында стратегик планлаштырыу тураһында» закон проекты тикшерелде, кадастр баһаһы һөҙөмтәләре һәм участкаларҙы льготалы хосусилаштырыу мөмкинлектәре, шулай уҡ халыҡҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү хаҡында һүҙ алып барылды.

Башҡортостан Президенты республиканың 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы биш йыл элек үк раҫланған тип билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә иҡтисади хәл үҙгәрҙе, был иһә Стратегияға төҙәтмәләр индереүҙе талап итте.

Ултырышта билдәләнгәнсә, төп стратегик документ әҙерләнеп, киң йәмәғәтселек, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары, ғалимдар, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре тарафынан ҡабул ителергә тейеш. Эштең норматив базаһы республиканың иҡтисади үҫеш министры Александр Васильев тәҡдим иткән Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы закон проектына нигеҙләнеүе мотлаҡ.

«Башҡортостан Республикаһында стратегик планлаштырыу тураһында» закон проектының асылы төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса мөһим документтарҙы коллегиаль тикшереүгә ҡайтып ҡала. Александр Васильев аңлатыуынса, эшҡыуарлыҡты, халыҡты һәм власты йәлеп итеп стратегик планлаштырыу документтары проекттарын йәмәғәтселек ҡатнашлығында тикшереү нормаһы индерелә. Башҡортостан Президенты мәсьәләне хәл итеү юлын хупланы.

Кадастр баһаһы һөҙөмтәләре һәм ер участкаларын хосусилаштырыу барышы хаҡында һүҙ алып барғанда Рөстәм Хәмитов республика байтаҡ ҡына ер ресурстарына эйә тип белдерҙе. Быйыл Башҡортостан Хөкүмәтенең эш кәңәшмәләрендә уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләләре лә ҡаралды. Был бюджеттты тулыландырыуға, бюджет саралары дефициты шарттарында  өҫтәмә түләү сығанаҡтарын эҙләүгә бәйле.

Сығыштың тулы стенограммаһы менән республика Президентының рәсми сайтында бирелгән.