11 декабрь, Йәкшәмбе

25 декабрь 2014 йыл, 18:03

Башҡортостандың Яҙыусылар союзына яңы әҙәбиәтселәр ҡабул ителде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Камил Хәсәнов/. Көн элгәре Башҡортостан Яҙыусылар союзы идаралығының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда дәүләт власы органдары — Президент Хакимиәте, Хөкүмәт, республиканың Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. Ижади берекмә етәкселеге Әҙәбиәт йылын уҙғарыу буйынса саралар планын ҡараны. «Башинформ» агентлығына идаралыҡ ағзаһы, БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты Леонид Соколов хәбәр итеүенсә, Өфөлә күренекле әҙәбиәтселәрҙең бюсы ҡуйылған «яҙыусылар аллея»һын булдырыу, республика райондарын үҙ эсенә алған «Башҡортостандың әҙәби карта»һын ойоштороу тәҡдимдәре яңғыраны. Ә проекттың төп маҡсаты — һәләттәрҙе асыҡлау һәм ҡулъҙмалар менән эшләү.

Ултырышта шулай уҡ ижади берекмәгә ун ете кеше ҡабул ителде. Баймаҡ (атап әйткәндә, алты китап авторы Урал Мостафин), Борай (шағирә, өс китап авторы Фәнзиә Мәҡсүтова), Белорет (шағирә Зөһрә Учағолова), Салауат (дүрт китап авторы Радик Вәхитов), Стәрлетамаҡ, Сибай, Илеш һәм Әбйәлил райондары әҙәбиәтселәренә ағзалыҡ билеттары тапшырылды. Өфө авторҙары араһында Александр Шуралев, Всеволод Глуховцев, Николай Андреев, Венер Фәттәхов, Светлана Ғәфүрова бар.