8 декабрь, Кесе йома

25 декабрь 2014 йыл, 14:57

Билдәле журналист Зөфәр Сабирйәнов арабыҙҙан китте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Билдәле журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөфәр Сабирйәнов 80-се йәшендә вафат булды.

Зөфәр Сабирйән улы Сабирйәнов 1935 йылдың 1 октябрендә Балтас районының Иҫке Балтас ауылында донъяға килгән. Иҫке Балтас мәктәбен тамамлағандан һуң, 1953-1955 йылдарҙа хәрби авиация училищеһында белем ала. Офицер булараҡ, 1958 йылға тиклем Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итә. Йәштән үк ижадҡа ынтыла, демобилизацияланғас, Балтас, Бөрө, Яңауыл, Ғафури райондары гәзиттәрендә эшләй, хәбәрсенән мөхәрриргә тиклем үрләй. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1973 йылдан алып Зөфәр Сабирйәнов «Ҡыҙыл таң» республика гәзитендә эшләй. 1998 йылға хәтлем эшләү дәүерендә баҫманы үҫтереүгә, йәш журналистарҙы тәрбиәләүгә күп көс һала.

«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

темалар: хәтер