10 декабрь, Шәмбе

25 декабрь 2014 йыл, 17:39

Өфөлә Интернациональ урамы һыҙатында Ағиҙел аша күпер төҙөләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөлә Интернациональ урамы һыҙатында Ағиҙел аша күпер төҙөләсәк. Дәүләт һатып алыуҙары порталында беренсе этаптың проект документацияһын әҙерләүгә тендер иғлан ителгән. Заказсыһы — Өфө хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса Идаралығы.

Конкурс документацияһында проектлауҙың сиктәре билдәләнгән. Күпер Ағиҙелдең һул ярынан 8 Март — Алексеевка автомобиль юлы, уң ярҙан Октябрь проспекты, Интернациональ, Тоннель, Комаров урамдары менән тоташа. Күперҙең оҙонлоғо 1230 метр буласаҡ тип фаразлана.

Проект документацияһын үтәү буйынса контракттың максималь хаҡы 216 миллион һум тәшкил итә. Финанслау сығанағы — ҡала бюджеты.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем ҡабул ителә. Уларҙы ҡарау 29 ғинуарға тәғәйенләнгән.