11 декабрь, Йәкшәмбе

25 декабрь 2014 йыл, 16:55

Америка Ҡушма Штаттарында башҡорт драматургы Азат Абдуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль уңышлы үтте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Кесаҙна Евгений Вахтангов исемендәге Мәскәү дәүләт академия театры Америка Ҡушма Штаттарында гостролдә булып ҡайтты. Улар башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» спектаклен сәхнәгә ҡуйҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына пьесаның авторы Азат Абдуллин хәбәр итте, ул үҙе лә театр труппаһы менән гастролдә булды.

— Америка Ҡушма Штаттарында Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль менән уңышлы сығыш яһаныҡ, — тип һөйләне Вахтангов театры директоры урынбаҫары Григорий Пумашев. — Спектаклде Нью-Йорк, Вашингтон, Филадельфия, Бостон, Чикаго ҡалаларында  күрһәттек. «Раббым баҡсаһы»н бөтә ерҙә һоҡланып ҡабул иттеләр, алҡыштар ҙа, күҙ йәштәре лә булды. Пьесала Рәсәйҙән сит илгә эмиграцияланған балет артисы Рудольф Нуриев хаҡында һүҙ бара. Тамашасылар ҙа, артистар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Беҙҙе йәнә Америкаға гастролгә саҡырҙылар. Ризалашырбыҙ тип уйлайбыҙ. Күп тапҡыр АҠШ-та гастролдәрҙә булдыҡ, әммә был юлы «Раббым баҡсаһы» спектакле менән ҙур уңышҡа ирештек. Был театрҙың уңышы, пьеса авторы, яҡташығыҙ Азат Абдуллиндың еңеүе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың февралендә Роман Витюк театрының гастролдәре үтте, унда Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» спектакле күрһәтелде.