Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Ауыл хужалығы министрлығында игенгә хаҡ артыу мәсьәләһе тикшерелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында уҙған кәңәшмәлә иген, он һәм икмәк баҙарындағы хәл тикшерелде. Һуңғы айҙа Рәсәй игененә хаҡтар 26,5 процентҡа артты.

Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Николай Коваленко килеп тыуған хәлдә «ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе — икмәк ҡабул итеү предприятиеһы — эшкәртеүсе — сауҙа» рәтендәге бөтә структураларҙың эше яйға һалынған булырға тейеш тип иҫәпләй.

Һумдың баһаһы кәмеүе арҡаһында иген күпләп сит илгә сығарыла башланы, был иһә эске баҙарҙағы хаҡтың артыуына килтерҙе. Быға күрше Ҡаҙағстанда хаҡтарҙың күтәрелеүе лә сәбәпсе. Быйыл унда ашлыҡтан кәм уңыш йыйып алынған.

Хаҡтарҙың кинәт артыуына юл ҡуймау өсөн Рәсәйҙә экспортҡа һалым индереү юлы менән ашлыҡты сығарыуҙы сикләү планлаштырыла. Ошо уҡ маҡсатта Хөкүмәт интервенция фондына ашлыҡ һатып алыу хаҡтарын күтәрҙе.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ошо мәсьәләне хәл итеүҙә һәр бүлектең үҙ бурысы бар тип билдәләне. Ауыл хужалығы етештереүселәренә килгәндә, һауа шарттарынының насар булыуына ҡарамаҫтан, ағымдағы йылда игендән яҡшы уңыш йыйып алынған. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко һүҙҙәренсә, ашлыҡҡа мохтажлыҡ булмаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть