3 декабрь, Шәмбе

25 декабрь 2014 йыл, 14:31

Башҡортостан парламентарийҙары «Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында» Закон ҡабул итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары быйылғы һуңғы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында»ғы закон проектын ҡараны. Новелла Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет тарафынан әҙерләнгән.

Закон проекты 27 ноябрҙә тәүге уҡыуҙы үтте. Депутаттар проектҡа тәҡдим ителгән ете төҙәтмәне хупланы һәм икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа норматив акт ҡабул итте.

Закон проекты республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең исемен үҙгәртеү менән бәйле һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм хоҡуҡ гарантияларын билдәләй: һайлау тәртибе, ҡабул ителәсәк анттың тексы, дәүләт менән идара итеү өлкәһендәге ҡануни вәкәләттәр, уларҙы ваҡытынан алда туҡтатыу тәртибе, отставкаға киткәндән һуңғы статус.