7 декабрь, Шаршамбы

25 декабрь 2014 йыл, 12:18

Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүгә Кремль шыршыһына юлланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 25 декабрҙә, Башҡортостандан 114 уҡыусы махсус рейс менән Мәскәүгә осто. Уҡыу алдынғылары, спорт ярыштарында еңеүселәр илдең төп Яңы йыл тамашаһында ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, делегация составында социаль йәһәттән яҡланмаған, етем һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың балалары бар. Сәфәр тулыһынса республика бюджетынан финанслана.

26 декабрҙә Дәүләт Кремль Һарайында уҡыусылар ҙур Яңы йыл тамашаһын ҡараясаҡ. Президент шыршыһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ете меңгә яҡын бала киләсәк. Уларҙы күңелле аттракциондар, конкурстар, уйындар һәм театрлаштырылған тамаша көтә. Байрам һуңында бөтә уҡыусыларға ла татлы бүләктәр тапшырыласаҡ.

Балаларҙы сәфәрҙә табиптар, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар оҙатып йөрөй.

Уҡыусылар 27 декабрҙә өйҙәренә ҡайтасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.