11 декабрь, Йәкшәмбе

25 декабрь 2014 йыл, 11:02

Ул китаптарҙа һәм изге эштәрҙә йәшәүен дауам итә (яҙыусы Сәғит Агиштың тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата)

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Владимир Романов/. Бөгөн хәҙерге заман башҡорт әҙәбиәтенә, башҡорт сатираһы һәм юморына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Сәғит Агиштың тыуыуына 110 йыл тула.

Сәғит Ишмөхәмәт улы Агишев 1904 йылдың 25 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылында тыуған. 1917 йылда Ырымбур ҡалаһының «Хөсәиниә» мәҙрәсәһендә уҡый башлай, әммә ауырып китеү сәбәпле уҡыуын ҡалдырып, өйөнә ҡайтырға мәжбүр була. Бында ул Юлдаш ауылы мәктәбендә белем алыуын дауам итә. 1921 йылда Ырымбур ҡалаһының Башҡорт педагогия техникумына инә,  Өфөлә К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында уҡый.

1934 йылдан Сермән һәм Белорет педучилищеларында уҡыта. Артабан Өфөләге Уҡытыусыларҙы камиллаштырыу институтында ғилми хеҙмәткәр, Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссарҙары ҡарамағындағы сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ инспекторы булып эшләй. 1943 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына һайлана. Һуғыштан һуң Сәғит Агиш «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының яуаплы мөхәррире була.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  Сәғит Агиш совет кешеләренең патриотик һыҙаттарын һүрәтләгән «Атлы Илмырҙа», «Әхмәҙулла», «Фронтҡа», «Минең өс айым» китаптарын яҙа. 1950 йылда иң ҙур әҫәрен — «Нигеҙ» романын ижад итә.

Яҙыусы үҙе иҫән саҡта Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почет Билдәһе» ордендары менән наградланған. 1975 йылда  Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелгән.

темалар: хәтер, юбилей