Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2014 йылдағы һуңғы ултырышы асылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –  Ҡоролтай йортонда республика парламентының көҙҙө сессияла һуңғы пленар ултырышы асылды. Депутаттар 30-ҙан ашыу закон проекттарын ҡараясаҡ.

Халыҡ һайланыусылары «Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тураһында», «Мәҙәниәт тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекттары өҫтөндә эште тамамларға тейеш. Депутаттар «Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөнөң статусы тураһында» закон проектын бер юлы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡараясаҡ.

Беренсе уҡыуҙа парламентарийҙар Күгәрсен районының Сығарыш ауылында белем биреү, «Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына дәүләт ярҙамы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» республика закон проекттарын ҡараясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть