8 декабрь, Кесе йома

24 декабрь 2014 йыл, 17:49

Туймазы спортсылары — билбау көрәше буйынса Донъя беренселеге еңеүселәре

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы «Батыр» спорт клубы тәрбиәләнеүселәре Рәсәй йыйылма командаһы составында Татарстан Республикаһында үткән билбау көрәше буйынса Донъя беренселегендә ҡатнашты.

Ярышта 16 илдән 300-ҙән ашыу спортсы көс һынашты. Туймазынан Илдар Кашапов менән Тәлғәт Базаркенов алтын һәм көмөш миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.

темалар: билбау көрәше