Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

«Башнефть» бензинға хаҡты кәметте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бензинды ваҡлап һатыу хаҡтарын кәметте. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, 24 декабрҙән «Башнефть» автозаправкаларында был яғыулыҡ төрөнөң литры 20 тингә арзанайҙы.

Шулай итеп, Премиум Евро-95 маркалы бензиндың бер литры 34,8 һум, Регуляр Евро-92 — 31,2 һум, Atum-92 — 31,7 һум, Нормаль-80 — 30,4 һум тәшкил итә. Евро (бер литры 34,5 һум) һәм Супер-98 (37,3) яғыулыҡтарының хаҡтары үҙгәрешһеҙ ҡалды.

Был инде декабрҙә «Башнефть» заправкаларында хаҡтарҙы икенсе тапҡыр кәметеү: 11 декабрҙә бензиндың бөтә төрҙәре 10 тингә арзанайҙы.

Ваҡлап һатыу хаҡтарының кәмеүе баҙар конъюктураһының үҙгәреүенә һәм эске баҙарҙа мотор яғыулығына һорауҙың кәмеүенә бәйле, тип аңлаттылар «Башнефть» компанияһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть