9 декабрь, Йома

24 декабрь 2014 йыл, 16:45

Рөстәм Хәмитов балалар һәм үҫмерҙәр хоккейына ярҙам итеү буйынса Волга буйы федераль округының Попечителдәр советы ултырышында ҡатнашты

фото: Борис Филатов

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 24 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр хоккейына ярҙам итеү буйынса Попечителдәр советы ултырышында ҡатнашты.

Попечителдәр советы рәйестәштәре — Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк округ йәштәре араһында сәләмәт тормошто популярлаштырыу өсөн балалар һәм үҫмерҙәр хоккейының әһәмиәтен билдәләне. Ултырышта ҡатнашыусылар округта ошо хәрәкәттең төп үҫеш йүнәлештәрен һәм уға округ, төбәк кимәлендә булышлыҡ итеү буйынса сараларҙы, шулай уҡ «Алтын шайба» турнирын үҫтереү планын тикшерҙе.

Башҡортостанда 20 меңдән ашыу кеше даими рәүештә хоккей менән шөғөлләнә. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәренең хоккей бүлексәләренә дүрт меңдән ашыу уҡыусы йөрөй, 63 муниципаль берәмектәрҙә 362 хоккей майҙансыҡтары эшләй, шуларҙың 13-ө — ябыҡ боҙ ареналары һәм һырғалаҡтар.

«Алтын шайба» клубы йәш хоккейсыларының республика ярыштары йыл һайын өс этапта: дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, үҫмерҙәр клубында һәм йәшәгән, уҡыған урын буйынса үҙәктәрҙә; район һәм ҡала этаптары; республика турниры уҙа. 2013/2014 йылдарҙағы миҙгелдә беренсе ике этапта 178 команда (4277 ҡатнашыусы), өсөнсө этапта — 38 команда ҡатнашты (648 ҡатнашыусы). Республика ярыштары һөҙөмтәләре буйынса биш команда «Алтын шайба» клубы йәш хоккейсыларының Бөтә Рәсәй зона һәм финал ярыштарында үҙ көсөн һынаны.