9 декабрь, Йома

24 декабрь 2014 йыл, 16:01

Олег Хановҡа Станиславский исемендәге премия тапшырылды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Феоктистова/. Мәскәүҙә Станиславский исемендәге халыҡ-ара премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артисы һәм художество етәксеһе Олег Ханов был премияға «Актер оҫталығы. Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында лайыҡ булды. 11 номинацияла 12 театр сәнғәте вәкилдәре, шул иҫәптән Бөйөк Британиянан ике режиссер бүләкләнде.

Премияларҙы тапшырыу тантанаһы 22 декабрҙә баш ҡаланың «Балчуг Кемпински» отелендә үтте.

Премия лауреаттарына арналған йыйынтыҡта билдәләнгәнсә, Олег Ханов «һуңғы йылдарҙа башҡарған ролдәре өсөн» ошо юғары награданы алды. Премия беренсе тапҡыр төбәктәге артисҡа бирелде. Уны жюри ағзаһы, сәнғәт фәне докторы, профессор, ГИТИС оҫтаханаһы етәксеһе Алексей Бартошевич тапшырҙы.

«Станиславский исемендәге премия» 1994 йылда ошо уҡ исемдәге фонд тарафынан булдырылған. Премия актерҙарға, режиссерҙарға, педагогтарға, тикшеренеүселәргә һәм театр эшен ойоштороусыларға театр сәнғәтендә ижади ҡаҙаныштары өсөн бирелә. Һәр лауреатҡа МХАТ аҡсарлағы һәм Станиславскийҙың ҡултамғаһы төшөрөлгән почет билдәһе тапшырыла. Уҙған йылдарҙа 200-ҙән ашыу күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре премия лауреаттары булды.