3 декабрь, Шәмбе

24 декабрь 2014 йыл, 14:41

Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына һирәк осраусы 114 төр йәнлек индереләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡыҙыл китаптың яңы баҫмаһына индереү өсөн һирәк осраусы һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған хайуандар исемлеге раҫланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Башҡортостанда 114 төр хайуан закон буйынса яҡланасаҡ. Фәнни мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 15 төр йәнлек һәм ҡошҡа юғалыу ҡурҡынысы янай. Атап әйткәндә, Европа шәшкеһе, мәрйенгүҙ, аҡ ағуна, ялан тәгәрлеге, туғаҙаҡ, ҡара ҡауҙы, бөркөт, ялан торомтайы, ҡыҙылбалыҡ, йофар.

Яңы баҫманан 23 төр хайуан төрө сығарылған, улар араһында һоро ҡаҙ, ышылдаҡ аҡҡош, шоңҡар, һыуыр, һоро торна бар. Белгестәр уларҙың иҫәбенең әлеге ваҡытта тотороҡланыуын тәбиғи сәбәптәрҙең тәьҫире һәм популяцияларҙы һаҡлау буйынса ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге менән аңлата.

Википедия мәғлүмәттәре буйынса, дүрт быуат эсендә Башҡортостан биләмәһенән 10 төр хайуан — тарпан, төньяҡ боланы, сайғаҡ, ҡоно, кеш, ҡара гриф, туғаҙаҡ, берғаҙан, аҡбалыҡ юҡҡа сыҡҡан. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы  йәнлектәр һәм үҫемлектәр исемлеген даими рәүештә асыҡлай һәм тулыландыра, Ҡыҙыл китапты яңынан сығарыуҙы һәм уның интернет-баҫмаларын яңыртыуҙы ғәмәлгә ашыра. Ҡыҙыл китаптың «Хайуандар» томы тәүге тапҡыр республикала 2004 йылда нәшер ителде.