11 декабрь, Йәкшәмбе

24 декабрь 2014 йыл, 12:03

Интернетта «Етегән» нәфис фильмының премьераһы буласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Интернетта «Етегән» нәфис фильмының премьераһы буласаҡ. Фильмды 29 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа «Р.И. Продакшн» киностудияһы сайтында күрһәтәсәктәр.

«Етегән» — ете ҡыҙ хаҡында башҡорт халыҡ йырҙары һәм легендаларына нигеҙләнеп төшөрөлгән музыкаль драма. Режиссеры — Айсыуаҡ Йомағолов, идея авторы һәм проекттың продюсеры, ҡуйыусы операторы  — Рияз Исхаҡов.

Фильм 2013 йылдың сентябрендә Әбйәлил районының Ташбулат ауылы эргәһендә төшөрөлгән. Унда 150-нән ашыу кеше, шул иҫәптән Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө ҡатнаша.  Музыкаль драмала башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырған 50-гә яҡын декорация ҡулланылған.

Фильм Башҡортостан Президенты гранты, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «А плюс» типографияһы, «Ҡаракүк. Продакшн» ижади берекмәһе ярҙамында төшөрөлгән.