9 декабрь, Йома

24 декабрь 2014 йыл, 11:25

24 декабрь — Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә. Тап ошо көндө 1993 йылда Башҡортостандың Төп Законы ҡабул ителә. Тәүге тапҡыр ул республиканың үҙенең эсендә әҙерләнә. Бынан алдағы Конституциялар союз һәм Рәсәй Конституцияларының һүҙмә-һүҙ ҡыҫҡартылған варианттары була.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы төбәк территорияһында демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығыта. Республикала демократик власть институттары һәм граждандар йәмғиәте: парламент — БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, президентлыҡ институты ойоштороу радикаль яңылыҡ була. Конституцияны ҡабул итеү менән йәмғиәтебеҙ тормошона тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек төшөнсәләр үтеп инә. Республикала мировой судьялар институты ойошторолоп, уңышлы эшләп килә.

21 йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тексы билдәле бер үҙгәрештәр кисерҙе. Мөһим үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр 2006 йылдың июнендә индерелде. Улар илдә власть вертикален нығытыу буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, РФ субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә вәкәләттәр йөкмәтеү тәртибен үҙгәртеү, муниципаль реформа үткәреү менән бәйле булды. Ләкин 1993 йылғы Конституцияның фундаменталь положениелары һаҡланды һәм заманса яңғыраш алды. Конституцияның яңы редакцияһы төп идеяларҙың күсәгилешлеген, республика хоҡуҡ системаһын төҙөүҙең төп принциптарын һаҡлауҙы, Рәсәйҙә дәүләт бөтөнлөгөн һәм дәүләт власы берҙәмлеген тәьмин итеүҙе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәренең юридик нигеҙләнгән нисбәтен, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын күҙәтеүҙе нығытты.