Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

2015 йылда Башҡортостанда 776 һайлау кампанияһы үтәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2015 йылда берҙәм тауыш биреү көнө 13 сентябргә тура килә. Был көндө республикала ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлау буйынса 776 һайлау кампанияһы үтергә, уның барышында 7355 депутат мандаты алмаштырылырға тейеш. Был хаҡта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайлауҙарҙы ойоштороусылар менән видеоселектор кәңәшмәһендә белдерҙе.

Һайлауҙар яңыртылған закон буйынса уҙғарыласаҡ. Муниципаль һайлауҙарҙа бюллетендәрҙә «бөтәһенә лә ҡаршы» графаһы, ваҡытынан алда тауыш биреү буласаҡ.

Һәр территориаль комиссия ҡала, ауыл биләмәләре Советтары депутаттарын һайлауҙа ойоштороусы комиссия булып иҫәпләнә һәм һайлау кампанияһы осоронда территориаль һайлау комиссияһы ағзаларына күп мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк. Улар документтар ҡабул итәсәк һәм кандидаттарҙы теркәйәсәк, һайлау фондын, һайлау алды агитацияһын, бюллетендәрҙе әҙерләүҙе күҙәтәсәк.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе коллегаларына 2015 йылдың ғинуарында участка һайлау комиссияһы резервы составы буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү тураһында иғлан итеү планлаштырыла тип белдерҙе. Шуға бәйле сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары менән ҙур эш башҡарырға кәрәк.

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы үҙ вәкәләттәре сиктәрендә әүәлгесә күп яҡлы методик, хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть