6 декабрь, Шишәмбе

23 декабрь 2014 йыл, 17:53

Башҡортостандың Әмзә урман комбинатында эш хаҡы буйынса бурыс бөтөрөлдө

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Әмзә урман комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса 8 миллион һум күләмендәге бурыс бөтөрөлдө, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан.

Тикшереү барышында хеҙмәт ҡануниәтен боҙоуҙар асыҡланған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина әйтеүенсә, предприятиела эш хаҡы даими тотҡарлана. Тикшереү көнөндә 534 хеҙмәткәр айҙан ашыу эш хаҡы алмаған. Йыллыҡ отпуск ваҡытында түләнмәй, хеҙмәткәрҙәргә кәрәкле махсус кейем бирелмәй.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса юридик шәхес һәм урман комбинатының генераль директоры административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн шәхси һаҡланыу саралары һатып алыу мәсьәләһе инспекция контроленә алынған.

Күсмә тикшереү Әмзә урман комбинаты хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәте нигеҙендә үткәрелде.

6 декабрҙә төбәк башлығы урман комбинаты коллективы менән аралашты. Предприятие етәкселегенә эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөүгә ике аҙна бирелгәйне.