5 декабрь, Дүшәмбе

23 декабрь 2014 йыл, 16:27

2017 йылдан баш ҡала үҙәгенә барыу түләүле буласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Түләүле парковкалар һәм Өфө үҙәгенә барыу өсөн түләү 2017 йылдан ғына башланасаҡ. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләне.

Ирек Ялаловтың әйтеүенсә, «Ҡунаҡһарай» эргәһендә ҡунаҡхана комплексын һәм бизнес-үҙәктәрен сафҡа индергәндән һуң баш ҡалала 820 урынлыҡ парковка майҙансығы буласаҡ. Бынан тыш, Совет майҙанында өс кимәлле парковка төҙөү планлаштырылған. Уны 2017 йылда тапшырыу күҙаллана.

— Түләүле парковкалар — үҙмаҡсат түгел, ә Өфөнөң транспорт коммуникацияларында тәртип урынлаштырыу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды мэр. — Граждандар өсөн башҡа майҙансыҡтар булғас ҡына беҙ түләүле парковкалар һәм ҡала үҙәгенә түләп инеү буйынса программаны ғәмәлгә ашырырға йыйынабыҙ.