8 декабрь, Кесе йома

23 декабрь 2014 йыл, 15:38

АсҡарАбдразаҡов «Ижади саҡырыу»ҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа тапшырҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Донъя опера сәхнәһе йондоҙо, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Асҡар Абдразаҡов йәш йырсы Иҙел Аралбаевтан «Ижади саҡырыу»ҙы ҡабул итеп, мәҙәниәт һәм сәнғәт ветерандарын етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.

Билдәле йырсы эстафетаны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Салауат Асҡаровҡа, Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре Рауил Бикбаевҡа һәм республиканың атҡаҙанған артисы, Рус драма театры актрисаһы Айгөл Шакироваға тапшырҙы.

«Ижади саҡырыу» акцияһы мәҙәниәт һәм сәнғәт ветерандарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөнгө көндә унда 100-гә яҡын кеше, нигеҙҙә, ижади интеллигенция вәкилдәре, шулай уҡ ижади уҡыу йорттары студенттары ҡатнашҡан. Акцияла ҡатнашыусылар хаҡында тулы мәғлүмәт, ирекле иғәнә өсөн квитанцияны ойоштороусыларҙың сайтынан — «Сәнғәт кешеләре» Хәйриә фонды һәм «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталынан алырға мөмкин.