11 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2014 йыл, 14:54

Башҡортостан студенттары Санкт-Петербург Хөкүмәте грантына лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан вәкилдәре, Санкт-Петербург Тау университеты студенттары Нева йылғаһы буйындағы ҡала Хөкүмәтенең грантына лайыҡ булды. Наградалар XIX Йәш ғалимдар һәм белгестәр ассамблеяһы сиктәрендә тапшырылды.

Йыл һайын ассамблея Санкт-Петербург Хөкүмәте ғәмәлгә ашырған йәш ғалимдарға һәм студенттарға ярҙам программаһына йомғаҡ яһай. Уларҙың лазер технологияларынан алып шәкәрһеҙ диетик туңдырмаға тиклемге инновациялы эштәре Халыҡ-ара эшлекле хеҙмәттәшлек үҙәге залындағы күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Дөйөм фекер буйынса, проекттарҙың кимәле юғары, уларҙың күбеһе етештереүгә әҙер.

Санкт-Петербург Хөкүмәте грантына тау университетының 11 студенты һәм 17 аспиранты лайыҡ булды. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар: Күмертауҙан Руслан Ғиззәтуллин һәм Әлшәй районы Раевка ҡасабаһынан Әлиә Шәймөхәмәтова. Тапшырылған аҡсаларҙы студенттар фәнни эшмәкәрлектәрен дауам итеүгә тотонасаҡтар, тип хәбәр иттеләр Тау университетынан.