6 декабрь, Шишәмбе

23 декабрь 2014 йыл, 14:10

Өфөлә уҙасаҡ ШОС саммитында «Волга-Янцзы» форматында осрашыу күҙаллана

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 2015 йылдың июлендә Өфөлә үтәсәк ШОС саммиты барышында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре башлыҡтарының Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән осрашыуы планлаштырыла. Ошо хаҡта Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы провинцияларының сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса Эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышында ҡатнашыусылар белдерҙе.  

Ултырыш Ульяновскиҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Сухов һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының сит ил эштәре министры урынбаҫары Чэн Гопин рәйеслегендә үтте. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин ҡатнашты.

Волга буйы төбәктәренең Ҡытай провинциялары менән хеҙмәттәшлеге 2013 йылда башланды.

Осрашыу барышында яҡтар сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында протоколға ҡул ҡуйҙы.

«Волга-Янцзы» форматында хеҙмәттәшлек итеү осоронда Башҡортостан һәм Янцзы төбәктәре араһында 30 контракт, шул иҫәптән Цзянси провинцияһы һәм Чунцин ҡалаһы менән ике хөкүмәт-ара килешеү төҙөлгән.

Инвестиция проекттары исемлегенә биш проект һәм республиканан 31 тәҡдим индерелгән. Гуманитар хеҙмәттәшлектең юл картаһында — ете сара һәм ике тәҡдим.