5 декабрь, Дүшәмбе

23 декабрь 2014 йыл, 12:46

Күренекле актер Муллайән Сөйәрғолов юбилейын Башҡорт драма театры сәхнәһендә билдәләйәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Муллайән Сөйәрғоловтың 80 йәшлек юбилейы билдәләнәсәк.

Юбилей айҡанлы театрҙа мәҙәни йәмәғәтселек, актерҙың дуҫтары һәм коллегалары йыйыласаҡ. Кисәлә Наил Ғәйетбаевтың «Аты барҙың — дәрте бар» спектакле ҡуйыласаҡ.

— Был комедияла геройыбыҙ төп ролде башҡармаһа ла, спектакль осраҡлы һайланмаған. Һатыбал — ғүмере буйына берҙән-бер мөхәббәте хаҡында хыялланып йәшәгән кеше. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Муллайән Зыяитдин улының дәрте һүнмәгән, барыһы ла яҡшы булыр тигән ышаныс менән йәшәй ул.

Муллайән Сөйәрғолов 55 йыл Башҡорт драма театрында эшләй. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Көнләш, Америка, көнләш!..», «Их, кәләше лә кәләше!..», «Аттила», «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем», «Аты барҙың — дәрте бар», «Нәркәс» спектаклдәрендә уйнаған ролдәре меңдәрсә тамашасыларҙың хәтерендә уйылып ҡалған.

Спектакль киске сәғәт 7-лә башлана.

темалар: юбилей, театр