10 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2014 йыл, 11:08

Өфөнөң боҙ ҡаласыҡтарында Яңы йыл йәрминкәләре башлана

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 25 декабрҙә Өфөлә Яңы йыл йәрминкәләре башлана. Бөтә райондарҙа ла шыршы ҡаласыҡтары биләмәһендә сауҙа киоскылары эшләйәсәк. Ай дауамында унда республика етештереүселәренең, шул иҫәптән «Мәктәп туҡланыу үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Ағиҙел» башҡорт        художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы продукцияһы һатыласаҡ. Был турала Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Бынан тыш, 4-5 һәм 9-10 ғинуарҙа баш ҡаланың бер нисә майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәләре эшләйәсәк. Һатыу итеү «Моторҙар төҙөүсе», Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа, С.Перовская һәм А.Мөбәрәков, СССР-ҙың 50 йыллығы һәм Р.Зорге урамдары киҫелешендә (Спорт һарайы эргәһендә), «Тулҡын» скверы ҡаршыһында ойоштороласаҡ.

Йәрминкәләрҙә Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарына арналған мәҙәни саралар уҙғарыу ҡаралған.